понедельник, 26 октября 2015 г.

Брюссель Европаның көньяғына 400 сик буйы һаҡсыһын ебәрә.


Словения юлдарында - өҙлөкһөҙ иммигранттар ағымы. БМО вәкилдәре уларҙы, Европа төпкөлөндә баҫтырып йөрөмәҫ өсөн, сик буйында уҡ теркәргә маташа, шуға күрә сик буйҙарында ғәләмәт күп мигранттар йыйылып киткән.
Брюсселдә асылған мини-саммит ошо Балкан юлы проблемаһына бағышланғайны.

-Беҙ һәммәбеҙ ҙә Женева конвенцияһы йөкләмәләре менән бәйләнгән. Беҙҙә кешелек дәрәжәһе стандарттары бар. Шуға күрә лә Балкан юлындағы проблемаларҙы хәл итеү мәсьәләһе ҡырҡыу тора,-тине Ангела Меркель.-Әлбиттә, беҙ сик буйҙарындағы теркәү үҙәктәре үҫеше хаҡында һөйләштек. ЕС сиктәрен һаҡлау- уғата мөһим бурыс.

Венгрия премьер-министры Виктор Орбан саммитта күҙәтеүсе сифатында ҡатнашты, шуға үҙ тәҡдимен индереп кенә сикләнде:

Евроберләшмә ағзалары, бигерәк тә Шенген килешеүендә ҡатнашыусылар, үҙ вәғәҙәләрен үтәй алмай йәки үтәргә әҙер түгел. Минең төп тәҡдимем шунан ғибәрәт: үҙҙәренең ҡулдарынан килмәй икән, көньяҡҡа барып, Греция сиктәрен һаҡларға кәрәк.”

Саммитта шундай ҡарар ҡабул ителде: аҙна эсендә Евроберләшмә көньяҡ сиктәрҙе һаҡларға өҫтәмә рәүештә 400 сик буйы һаҡсыһын ебәрәсәк.

Дипломатик сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, был саммиттың идеяһы Ангела Меркелдыҡы. Немец канцлеры һәм Еврокомиссия рәйесе Жан Клод Юнкер Үҙәк һәм Көньяҡ Көнбайыш Европа илдәренә, бер яҡлы башланғыстарҙан баш тартып, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә тотонорға кәрәклекте аңғартырға тырышты.


Комментариев нет:

Отправить комментарий