среда, 14 октября 2015 г.

Британияла ЕС-та ағза булып тороуға һәм уға ҡаршы агитация башланды.


Британия Европала көслөрәк- ошондай девиз аҫтында илде ЕС составында ҡалдырыуға арналған кампания старт алды. Ул 2017 йыл аҙағына ҡәҙәр үтәсәк референдумға төбәп үткәрелә. Marks& магазиндар селтәре директорҙар советының элекке рәйесе Spencer Стюарт Роуз кеүек эшлекле даирә вәкилдәре, Ҡушма Короллектең 28 Союзынан сығыуы эшһеҙлекте арттырасаҡ һәм Лондон сити позицияһын ҡаҡшатасаҡ, тип иҫәпләй.

Донъялағы ирекле ҙур сауҙа баҙарының бер өлөшө булып ҡалабыҙмы, әллә эш урындарын хәүеф аҫтына ҡуйып, иҡтисадыбыҙҙы билдәһеҙлеккә дусар итәбеҙме?”-тигән һорауҙы бирҙе Роуз.-Европаны эйәртеп донъяла алда барасаҡбыҙмы, әллә Европаға арҡа биреп, донъя аренаһына йоғонтобоҙҙо кәметергә батырсылыҡ итәбеҙме?”

Премьер-министр Дэвид Кэмерон, референдумда нисек тауыш биреүен иғлан итерҙән алда, Евроберләшмәнең структураларын һәм сәйәси курсын реформалау, шулай уҡ Лондондың Брюссель менән мөнәсәбәттәрен ҡайтанан ҡарау хаҡында һөйләшеүҙәр алып бара.

Ошо көндәрҙә Евроберләшмәнән сығыу яҡлылар үҙҙәренең агитацияһын башлап ебәрҙе, улар араһында Бойондороҡһоҙлоҡ фирҡәһе лидеры Найджел Фарадж да бар.  Ул ҡитға илдәрен “яҡшы күршеләр” итеп кенә күргеһе килә. Бындай евроскептиктар британлыларҙы референдумда ил яҙмышы һәм уның финанстары өҫтөнән контролде үҙ ҡулына алырға, Брюссель бюрократияһы диктатынан ҡотолорға саҡыра.

Комментариев нет:

Отправить комментарий