пятница, 16 октября 2015 г.

Германия: разведка хеҙмәте менән бәйле яңы ғауға.


Германияның юстиция министры Хайко Маас немец разведка хеҙмәтенә контролде көсәйтергә саҡырҙы. “Шпигель” журналы раҫлауынса, Федераль разведка хеҙмәте (BND) немец сәйәсмәндәре һәм власть органдары, шулай уҡ Германияның Европалағы партнерҙары, айырыуса Анлия һәм Франция дипломаттары артынан элек күҙәтеү ойошторғайны.

Разведка хеҙмәттәре юридик вакуумда йәшәй тип әйтеп булмай,-тип белдерҙе Маас әфәнде.-Әгәр уларҙың ниндәйҙер эшмәкәрлеге ҡануниәткә һыймай икән, тимәк ул легаль түгел, һәм бының өсөн яуап биреү фарыз.”

Йәки разведка канцелярия менән бергә эшләй, йәки канцелярия быларҙың барыһы хаҡында ла белә һәм күҙ йомоп ҡарай,”-тип министрҙың һүҙен ҡеүәтләне “йәшелдәр” фирҡәһе депутаты Кристиан Штробеле.

Немец разведка хеҙмәтен (BND) дипломаттар артынан шпионлыҡ итеүҙә, АҠШ-тың Милли именлек хеҙмәте файҙаһына эш итеүҙә элек тә ғәйепләгәйнеләр. ҮРИ хеҙмәткәре Эдвард Сноуден тырышлығы менән 2013 йылда ғауға тыуҙырған был күҙәтеүҙәр асыҡланғас, немец канцелярияһы разведка хеҙмәтенә бындай практиканы туҡтатырға приказ бирҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий