Орегон
штатының Умпква колледжында 26 йәшлек
Крис Харпер Мерсер атыш ойошторған.
Полициялағы сығанаҡтарға һылтанып, был
турала киң мәғлүмәт саралары хәбәр итә.
Асыҡланыуынса, һөжүм итеүсене лә
индереп,10 кеше атыш ҡорбаны булған. Йәнә
7 кеше тән йәрәхәттәре алған, уларҙың
өсәүһе бик ауыр хәлдә.
Был
фажиғә менән бәйле АҠШ президенты Барак
Обама тағы ла атыу ҡоралдарын контролдә
тотоу хаҡында һүҙ күтәрҙе. Президент
һайлау алдынан уҡ тейешле саралар
күрергә вәғәҙә иткәйне, әммә ул быны
тормошҡа ашыра алманы:
“Был
инде ғәҙәти хәлгә инеп китте. Атыштар
тураһындағы хәбәрҙәр ғәҙәтигә әйләнде.
Бындай ваҡиғаларҙан һуң минең сығыштарым
да, ул турала әңгәмә ҡороуҙарыбыҙ ҙа
ғәҙәти була башланы. Беҙ хәҙер быларға
битараф. Икенсе берәүгә зыян эшләргә
теләгән әҙәм ҡоралды еңел генә ҡулға
төшөрә- ундай хәл булырға тейеш түгел.”
Ҡеүәтле
ҡорал лоббийы ҡаршылығына осраған Обама
Конгресс ярҙамынан башҡа ҡорал хаҡындағы
ҡануниәтте үҙгәртә алмауын таныны. Өс
йыл элек, 27 әҙәмдең ғүмерен өҙгән
Ньютаундағы атыштан һуң, конгрессмендар
уның ҡануниәтте ҡатыландырырға маташыуын
хупламаны.
Йыл
һайын АҠШ-та 32 мең кеше атыу ҡоралынан
һәләк була, шуларҙың 20 меңе- үҙ-үҙенә
ҡул һалыусылар.
Комментариев нет:
Отправить комментарий