четверг, 8 октября 2015 г.

”Сиктәрһеҙ врачтар” Афғанстандағы хәстәхананы утҡа тотоу ваҡиғаһын тикшереүҙе талап итә.


Хөкүмәттеке булмаған ”Сиктәрһеҙ врачтар” гуманитар ойошмаһы 22 хеҙмәткәрҙең һәм ауырыуҙың ғүмерен өҙгән Афғанстандың Ҡондоҙ ҡалаһы хәстәханаһын яңылыш бомбаға тотоу (шәмбе , 3 октябрь) буйынса халыҡ-ара тикшереү башларға ниәтләй.

Сиктәрһеҙ врачтар” башлығы Джоанна Лиу һуғыштың үҙ ҡанундары булыуын иҫкә төшөрҙө:

Был ваҡиғаға асыҡлыҡ индереү һәм Женева конвенцияһының өҫтөнлөгөн иҫкә төшөрөү зарур. Юҡһа беҙҙең гуманитар ойошмабыҙ эште дауам итә алмаясаҡ.”

Ошоғаса был хәлде өс яҡ: АҠШ, НАТО һәм афғандарҙың тәртип һағы көстәре тикшерҙе. Әммә “Сиктәрһеҙ врачтар” 1991 йылда Швейцарияла төҙөлгән “Факттарҙы асыҡлау буйынса халыҡ-ара гуманитар ккомиссия” ҡатнашлығындағы тикшереүҙе талап итә.

Америка командованиеһының аңлатыуҙары көн һайын үҙгәреп торған. Афғанстандағы Америка ҡораллы көстәр командующийы генерал Джон Кэмпбелл:

Беҙҙең мәғлүмәттәр буйынса, 3 октябрҙә афған яғы дошман яғынан атыштар хаҡында хәбәр итте, һауа ярҙамы һораны. Һөжүм талиптарҙы юҡ итеү маҡсаты менән яһалды, тик яңылыш граждандарҙан бер нисә кеше зыян күрҙе.”

Генерал Джон Кэмпбелл, бер нисә көндән һуң:

Асыҡлыҡ индерәм: бомбаға тотоу хаҡындағы ҡарарҙы Америка яғы ҡабул итте. Хаталыҡ менән хәстәханаға һөжүм яһалған. Беҙ медицина учреждениеһын махсус рәүештә сәпкә алманыҡ.”

Сиктәрһеҙ врачтар” хәстәханаһы районын һауанан утҡа тотоу хаҡында кем ҡарар ҡабул итеүе, халыҡ-ара тикшереү үткәрелгәнгә ҡәҙәр, яуапһыҙ ҡала. Афған яғы был районда талиптарҙың булыуын раҫланы, улар хәстәхана тарафынан(француздарҙың “Лёмонд”ы хәбәр итеүенсә), ут асыуҙары тураһында һөйләй.

Халыҡ артына йәшенгән дошмандар ҡулға алынды һәм уларҙың ҡораллы ҡаршылығы һынды,”-тип белдерҙе афған оборона министрлығы спикеры Дәүләт Вәзири.

Сиктәрһеҙ врачтар” хәстәхана эсендә һәм уның тирәһендә талиптарҙың булыуын кире ҡаҡты. Киреһенсә, улар белдереүенсә, Ҡабулдағы һәм Вашингтондағы НАТО командованиеһы менән тура бәйләнеш булыуға һәм хәстәхана районын бомбаға тотоуҙы туҡтауҙы һорауға ҡарамаҫтан, АҠШ Хәрби һауа көстәренең рейды бер сәғәт буйы дауам иткән.

Ҡондоҙ хәстәханаһының аныҡ GPS-координаттары АҠШ һәм Афғанстан ҡораллы көстәр командованиеһына билдәле. ”Сиктәрһеҙ врачтар” мәғлүмәттәре буйынса, был фажиғәле ваҡиға алдынан хәстәханала, ҡаты яралы Талибан хәрәкәте боевиктарын да индереп, 400-ҙән ашыу кеше булған.




Комментариев нет:

Отправить комментарий