воскресенье, 20 декабря 2015 г.

Италия властары зәйтүн ҡыуаҡтарын юҡ итеүҙе туҡтата.


Италия властары илдең көньяғындағы зәйтүн ҡыуаҡтарын ҡырҡыуҙы туҡтата. Бынан алда Евроберләшмә, бактериялы инфекция таралыу хәүефе арҡаһында, меңдәрсә зәйтүн ҡыуағын юҡ итергә саҡырғайны.

Ҡыуаҡтар йә үлгән, йә ҡороған, ғалимдар, был- Пирс ауырыуын таратыусы Xylella fastidiosa бактерияһы таралыу билдәһе, тип хәүефләнә.

Брюссель фекере буйынса, хәүеф ҙур, унан ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы- ҡыуаҡтарҙы юҡ итеү.

Бактерия Корсиканан тарала тип иҫәпләйҙәр- унда уны ошо йылдың июлендә тапҡайнылар.

Италия властары быны иҫбатлаусы дәлилдәр аҙ тип иҫәпләй, ә ҡыуаҡтарҙы юҡ итеүселәр эшкә артыҡ әүҙем тотонған. Апулияла, тәбиғәт байлығын һәләк итеүҙә ғәйепләнеп, 10 кеше хатта ҡулға алынған. Бынан тыш Италия ЕС-та зәйтүн майын етештереү күләме буйынса икенсе урында тора.






Комментариев нет:

Отправить комментарий