понедельник, 21 декабря 2015 г.

Уртаҡ хәүефтәр Мәскәү һәм Париждан көстө бергә туплауҙы талап итә- Франция оборона министры.


Мәскәү, 21 декабрь. /ТАСС/.Уртаҡ хәүефтәргә ҡаршы тороу өсөн, Мәскәү һәм Париж берләшергә тейеш, тип иҫәпләй Франция оборона министры Жан-Ив Ле Дриан.

Беҙҙе оҙайлы тарихи дуҫлыҡ, тарихи бәйләнештәр, еңеүҙәр бәйләй. Бөгөнгө шарттар ниндәй генә булһа ла, беҙҙең уртаҡ тарихыбыҙ бар, һәм һеҙгә лә, беҙгә лә янаған хәүеф хаҡына, беҙ был диалогты дауам итергә тейеш,”-тине министр Мәскәүҙә Рәсәй хәрби ведомство башлығы Сергей Шойгу менән осрашҡанда.

Ул 2015 йылдың 26 ноябрендә Рәсәй һәм Франция президенттарының осрашыуы ваҡытында билдәләнгән ориентирҙар дөрөҫлөгөн тикшереү кәрәклеге хаҡында ла әйтте.

Министр йәнә шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды: Париждағы теракттарҙан һуң, рәсәйлеләрҙең теләктәшлек белдереүенә уның ватандаштары бик рәхмәтле.

Шуны ла әйтеп үткем килә: әле генә Билдәһеҙ һалдатты хөрмәт менән иҫкә алдым”,-тине Франция оборона министры.

Ле Дриан Рәсәй һәм Францияның Икенсе донъя һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын быйыл тантаналы рәүештә билдәләүҙәрен иҫкә төшөрҙө. Бер нисә йыл элек булған Шойгу менән осрашыуҙы ла хәтергә алды:

Һеҙҙең менән яңынан осрашыуға шатмын. Бөгөнгө осрашыу 26 ноябрҙәге беҙҙең президенттар осрашыуынан һуң булған ваҡиғаларҙың дауамы булып тора,”-тине Ле Дриан.






Комментариев нет:

Отправить комментарий