среда, 6 января 2016 г.

КХДР: ер тетрәй тиһәләр– водород бомбаһы.


Төньяҡ Корея водород бомбаһын тәүге тапҡыр уңышлы һынауы хаҡында белдерҙе. КХДР телевидениеһы эфирында был ваҡиғаға арналған яңылыҡтарҙың махсус сығарылышы булды. Шартлау хаҡында рәсми иғлан ителгәнгә ҡәҙәр үк, күршеләге Көньяҡ Корея һәм Ҡытайҙың сейсмостанциялары 4,2 – 5 магнитудалы ер тетрәүҙе теркәне. Сейсмологтар, шунда уҡ уны яһалма характерҙағы ер тетрәү, тип баһаланы.

Декабрҙә Пхеньяндағы ҡорал заводында булғанда, КХДР лидеры Ким Чен Ын илдә водород бомбаһы барлығы һәм уның атом бомбаһы менән бергә “ватандың бойондороҡһоҙлоғон һәм милли абруйын яҡларға һәләтле икәнлеге” тураһында әйткәйне. Һуңғы йылдарҙа - 2006, 2009 һәм 2013 йылдарҙа- Төньяҡ Кореяның, кәм тигәндә, өс тапҡыр ядро бомбаһын һынауы билдәле.


Комментариев нет:

Отправить комментарий