среда, 6 января 2016 г.

Калифорния. Эль-Ниньо ҡоролоҡто ташҡындарға алмаштырҙы.


Калифорнияның көньяҡ райондары, ҡойма ямғырҙар сәбәпле һыуҙар ташҡас, стихия хөкөмө аҫтында ҡалды. Ғәҙәттә ҡоролоҡтан яфаланған Сан-Диегонан Сан-Францискоға ҡәҙәр яр буйҙары өлөшләтә һыу аҫтында. Иң көньяҡта урынлашҡан Сан-Диего ҡалаһындағы, Лос-Анджелес эргәһендәге ҡасабаларҙағы ташҡындар һәм ишелмәләр магистралдәрҙе ябырға мәжбүр итте, электр менән проблемалар килтереп тыуҙырҙы, бер нисә юл-транспорт һәләкәтенә алып килде. Зыян күреүселәр хаҡында әлегә мәғлүмәттәр юҡ, әммә полиция һәм ҡотҡарыусылар юғары әҙерлек хәлендә.

Үткән йыл аҙағынан бирле АҠШ һыу баҫыуҙарҙан йонсой. Метеорологтар фекеренсә, был Тымыҡ океандың экватор өлөшөндә температураны күтәреүгә сәбәпсе булған йылы ағымға - Эль-Ниньо климат феноменына бәйле. Ул елдәрҙең йүнәлешенә йоғонто яһай, шулай уҡ Көньяҡ Америкала ҡойма ямғырҙар яуҙыра. Хәҙер инде Эль-Ниньо Төньяҡҡа ла килеп етте.








Комментариев нет:

Отправить комментарий