понедельник, 22 февраля 2016 г.

Атаҡлы британлылар Кале “джунглиҙарында.”


Яңғыҙ үҫмерҙәрҙең яҙмышына иғтибарҙы йәлеп итеү...Ошондай маҡсат менән Британия актеры Джуд Лоу Кале ҡалаһы ситендәге легаль булмаған мигранттар лагерында булды. Лоу ҡот осҡос шарттарҙа ата-әсәләрһеҙ йәшәгән балаларҙың яҙмышы өсөн борсолоуын белдерҙе. Был лагерҙа Сүриә, Афғанстан, Ираҡ һәм башҡа шундай имен булмаған илдәрҙән йыйылған 4 мең самаһы легаль булмаған мигрант көн итә.

Улар (француз властары) лагерҙың өстән ике өлөшөн юҡ итеүҙе планлаштыра... Мигранттар төҙөгән был йәмғиәт ата-әсәһеҙ балаларға нимәлер бирә. Уларҙы нимә көтөүен кем белә...”

Лагерҙың көньяҡ өлөшөн Па-де-Кале департаменты властары шаршамбыға ҡәҙәр юҡ итергә ниәтләй.

Францияны Британия юлында транзит рәүешендә файҙаланған мигранттарға махсус йыһазландырылған контейнерҙарға йәки ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү үҙәктәренә күсергә тәҡдим итәләр, тик улар бынан баш тарта.

Бынан алда атаҡлы британлылар Ҡушма Короллек премьерына Британияла туғандары булған үҫмерҙәрҙе ҡабул итеүҙе һорап асыҡ хат яҙғайны.


Комментариев нет:

Отправить комментарий