четверг, 17 марта 2016 г.

Төркиә Стамбул университетында уҡытҡан британлыны депортацияланы.


Төркиәлә 25 йыл йәшәгән һәм эшләгән Британия ғалимы Крис Стивенсонды Анкара властары депортацияланы. Уны шишәмбе көн һаҡ аҫтына алалар - ул курдтарға ҡаршы язалау операцияларын ғәйепләп сыҡҡан “Академиктарҙың тыныслыҡ инициативаһы” хаты өсөн ҡулға алынған төрөк коллегаларының яҙмышын белергә полиция участкаһына үҙе килгән була.

Стамбулдың Бигли университетында лекциялар уҡыған Стивенсонды курд сепаратистары файҙаһына агитация алып барыуҙа ғәйепләйҙәр, ул Науруз байрамына саҡырыу ҡағыҙы таратҡан, ә Төркиәлә уны башлыса курдтар байрам итә.

Рәсми Халыҡ демократик фирҡәһенең Науруз байрамына саҡырыуы - миндә улар шуны тапты,-ти ғалим.-Миңә ниндәй һорауҙар биреүен һеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ! Улар миңә шундай һорау бирҙе: “Был террористик ойошманың листовкаһымы?” Мин уларға былай тинем: “Юҡ, был бер ниндәй ҙә листовка түгел. Мин ғөмүмән терроризмға ҡаршы. Мин тыныслыҡ теләйем һәм һәр саҡ тыныслыҡ яҡлы булдым.”

11 ғинуарҙа Төркиәнең 89 университетының 1128 уҡытыусыһы, илдең көньяҡ-көнсығышындағы Курдстан эшселәр фирҡәһенә ҡаршы операцияны ғәйепләп, “Беҙ был енәйәттә ҡатнашмаясаҡбыҙ” декларацияһы аҫтына ҡул ҡуя. Президент Рәжәп Тайип Эрдоган был башланғысты, Төркиәгә ҡаршы йүнәлтелгән, тип атай. Йөҙҙәрсә төрөк ғалимына ҡаршы енәйәт эше асыла, уларҙың байтағы эштән бушатыла.

Крис Стивенсонды ҡулға алыу һәм депортациялау үҙен үлемгә дусар иткән курд ҡатынының Анкаралағы терактынан һуң ике көн үткәс була.



Комментариев нет:

Отправить комментарий