среда, 30 марта 2016 г.

Греция: мигранттар баш күтәрҙе.


Греция һәм Македония сигендәге Идомени лагерында Австрия һәм Германияға юл тотоу мөмкинлеген көткән мигранттар һәм ҡасаҡтар, тимер юлын ябып, сикте асыуҙы талап итеп, полиция менән бәрелеште. Ҡайһы бер мигранттар полицияға таштар атты. Ҡаһылары иһә, мигранттар һәм полиция араһына тороп, иптәштәрен тынысландырырға тырышты.

Сиктәрҙең ябыҡ булыуы халыҡтың асыуын ҡабарта. Мигранттар сикте үтеү уйын һаман ташламай, тик ул бикле. Идомени лагерында көн һайын тиерлек тәртипһеҙлектәр булып тора. Көн һайын ҡаршылыҡ акциялары үтә, халыҡ артабан китеү уйынан һаман төңөлмәй,”-тип һөйләй Praksis хәйриә ойошмаһы координаторы Анестис Исхнопулос.

Хәйриә ойошмалары халыҡҡа ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта. Греция властары раҫлауынса, гуманитар ойошма активистары рәүешендә провокаторҙар ҙа үҙ эшен эшләй - улар мигранттарҙы сикте штурмлауға этәрә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий