пятница, 11 марта 2016 г.

Euronews хәбәрсеһе: Грецияла 42 мең мигрант.


Бик күп мигранттар йыйылып киткән Греция-Македония сигендәге хәлдәр көсөргәнешле. Афиналағы хәбәрсебеҙ Саматис Гианнисис Греция яғындағы хәлдәр тураһында бына нимә һөйләй:

Әлеге мәлдә Грециялағы ҡасаҡтар һәм мигранттар һаны 42 меңгә етте. Шуларҙың 12 меңе Македония сигендәге Идомени ҡасаҡтар лагерында. Йәнә 10 мең мигрант Эгей диңгеҙендәге утрауҙарҙа төпләнде. Афинала- 10 мең ҡасаҡ. 20 меңдән ашыуы Грецияның материктағы өлөшөнә - баш ҡаланан алып илдең төньяҡ сигенә ҡәҙәр территорияға таралды.

Яҡынса иҫәпләгәндә, ҡасаҡтарҙың 30 проценты - балалар, 42 проценты - сүриәлеләр. Греция хөкүмәте 30 мең тирәһе ҡасаҡты урынлаштырырлыҡ мөмкинлеге булыуы хаҡында белдерә. Әммә килеүселәрҙең күбеһе Грецияла ҡалырға атлығып тормай. Ҡасаҡтар, теркәлеү үткәндән һуң артабан Көнбайыш Европаға юл тота алмаясаҡбыҙ, тип хәүефләнә.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий