среда, 13 апреля 2016 г.

Македония президенты телефон бәйләнештәрен йәшерен тыңлау эшен туҡтатты. Оппозиция ризаһыҙлыҡ белдерә.


Шишәмбе көн оппозиция яҡлы йөҙҙәрсә кеше, хәбәрләшеүҙәрҙе йәшерен рәүештә тыңлау эше буйынса президенттың ҡайһы бер вазифалы әҙәмдәргә ҡаршы асылған енәйәт эҙәрлекләүҙәрен туҡтатырға ҡарар итеүенә асыуҙары килеп, Скопье урамдарына сыҡты. Республикаға сәйәси көрсөктән сығырға ярҙам итәсәк был, тип аңлатты уны Македония башлығы Георге Иванов. Әммә оппозициялағы Македонияның Социал-демократик союзы хәҙер отставкаға саҡыра, илдәге 20 мең граждандың телефонын тыңлауҙы язаһыҙ ҡалдырырға ярамай тип иҫәпләй. Йәшерен ул эште премьер-министр Никола Груевский һәм махсус хеҙмәттәр ойошторған тип шикләнәләр.

Шишәмбе көн Еврокомиссар Йоханнес Хан, ил президенты Георге Ивановтың был ғәмәле Македонияның ЕС һәм НАТО-лағы киләсәген хәүеф аҫтына ҡуя, тип белдерҙе. Брюссель дә 5 июнгә планлаштырылған парламент һайлауҙарының лайыҡлы үтеү мөмкинлегенә шикләнә. Өҫтәүенә сик буйындағы хәлдәр ҙә утҡа май һипкән кеүек булды - ял көндәрендә Грециянан Македония яғына сығырға маташҡан ҡасаҡтарҙың ынтылышы ҡаты баҫтырылды.


Комментариев нет:

Отправить комментарий