вторник, 28 июня 2016 г.

Британия юғары кредит рейтингын юғалтты.


Халыҡ ара Standard & Poor’s рейтинг агенствоһы Британияның кредит рейтингын бер баҫҡысҡа - “кире” прогноз менән “АА” кимәленә төшөрҙө. Ошо рәүешле ул британлыларҙың Европа Союзынан сығырға ҡарар иткән референдум һөҙөмтәләренә үҙ ҡарашын белдерҙе. Агенство белдереүендә әйтелгәнсә, “рейтинг түбәнәйеүе шуны күрһәтә: Британия Евроберләшмәнән сыҡҡан хәлдә, был илдәге иҡтисад, шулай уҡ илдең эске тулайым продукты үҫешенә һәм ил бюджеты балансына кире йоғонто яһаясаҡ.” Бынан алда долларға ҡарата фунт стерлинг, 10 % самаһына арзанайып, 30 йыллыҡ минимумға барып төшкәйне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий