Танылған совет
һәм Рәсәй яҙыусыһы Фәзил Искәндәр
йәкшәмбе көн оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат
булған. Был турала классиктың туғандары
һәм Яҙыусылар союзы вәкилдәре хәбәр
итте.
Фәзил Искәндәр
1929 йылдың 6 мартында Сухуми (Ахазия)
ҡалаһында донъяға килгән. Уның әҫәрҙәре
бөтә Европа телдәренә лә тиерлек тәржемә
ителгән. “Чегемдан Сандро,” “Кеше һәм
уның тирә-йүне,” “Кеше туҡталҡаһы,”
“Йорт ҡуяндары һәм быуар
йыландар,” “Кәзә тәкәһе йондоҙлоғо,”
“Софичка” - уның иң данлыҡлы әҫәрҙәре.
Поэтик әҫәрҙәре лә киң билдәле.
Фәзил
Искәндәр әҙәбиәт буйынса Нобель
премияһына тәҡдим ителә. Уның күп кенә
тәрән мәғәнәле һүҙҙәре тапҡыр һүҙҙәр
һәм данлыҡлы афоризмдар булып киткән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий