“Джунгли”ҙан - туғандарынан башҡа үҙҙәре генә көн күргән
Кале янындағы ҡасаҡтар лагерынан 14 бала Британияға килде. Был аҙнала йәнә
йөҙгә яҡын бәлиғ булмаған мигрантты көтәләр.
Британияла балаларҙы ҡаршы алырға туғандары килгән.
“Мин
бик тулҡынланам һәм бәхетлемен. Был гүзәл көн, беҙ бит 11 йыл күрешмәнек,”-ти
уларҙың береһе.
Активистар иһә властар тейешенсә эшләмәй тип иҫәпләй:
”Туғандары
менән берләшә алған балалар өсөн был шәп көн, тик алға табан бәләкәй генә аҙым
яһалды. Калела әле 1000-дән ашыу бағыуһыҙ бала бар. Лагерҙы юҡ итеү мәлендә, ә
был бер аҙнанан һуң да булыуы ихтимал, улар ҙур хәүефкә дусар буласаҡ.”
Француз властары яҡын көндәрҙә Британияға юлланырға
өмөт иткән меңдәрсә ҡасағы булған был лагерҙы юҡ итергә ниәтләй. Мигранттарҙы
тотҡарлау өсөн, стена ла төҙөй башлағандар.
Комментариев нет:
Отправить комментарий