Грецияла бер нисә йыл элек башланған гуманитар
көрсөк дауам итә. Хәҙер, Евростат мәғлүмәттәре буйынса, Греция эшһеҙлек һәм
ярлылыҡ кимәле буйынса Евроберләшмәлә иң алда килә. Шулай ҙа баш ҡалала бер
төйәк бар, асарбаҡтар унда ваҡытлыса булһа ла барып һыйына ала, кейем һәм йылы
аш ала.
Костас Дармис,
ата-әсәһе вафат булғас, урамда тороп ҡалған:
“Бында килеүемә 5 йыл инде, тәүҙә тамаҡ
ялғарға килдем, хәҙер ҡулымдан килгән бөтә эште эшләйем. Мин ҡала властары
биргән ятаҡхана бүлмәһендә йәшәйем. Ата-әсәйем үлгәс, бер кемем дә ҡалманы,
шуға хәҙер мин бында һәм миңә бында оҡшай.
”Был ”Һөйөү һәм ярҙам
төйәге” тип аталған үҙәкте Виталакистар ғаиләһе Афиналағы ике ҡатлы йортта
ойошторған. Костас һөйләүенсә, улар элек урамдарҙа мохтаждарға ярҙам итергә
тырышҡан. Һуңғы тапҡыр төйәккә килгән “ҡунаҡ”тарҙың 680 булыуын асыҡлағандар. Көн һайын, йылы ашҡа һәм йылы һүҙгә өмөтләнеп,
яңынан-яңы асарбаҡтар килә.
”Беҙ уларҙа өмөт
уятырға тырышабыҙ, сөнки өмөт бер ҡасан да үлмәй,”-ти хужалар.
Аш-һыуҙан тыш
асарбаҡтарға душ керергә, кейем-һалымын йыуырға ла мөмкинлек бирәләр. Аҙнаһына бер тапҡыр улар менән психолог эшләй. Үҙәктә
врачтар ҙа ярҙам күрһәтә, мәҫәлән, буш ваҡытында теш врачы килә.
”Иң мөһиме шул: бында
килеүселәр бер нисә сәғәткә булһа ла баш өҫтөндә ҡыйыҡ булыуға шатлана. Улар үҙҙәрендә
өмөт сатҡыһы уяныуы тураһында һөйләй. Тик киске 8 сәғәттә үҙәк ябыла һәм улар
йәнә урамда тороп ҡала,”-тип һөйләй Афинанан Euronews хәбәрсеһе Фей Дулькери.
Комментариев нет:
Отправить комментарий