воскресенье, 23 апреля 2017 г.

Доға.







Доға һәм ғибәҙәт кешене башҡа йәнле барлыҡтарҙан айырған иң ҙур үҙенсәлектер. Әхирәттә бәхетле бер тормошта йәшәү бары тик был донъяла ҡылынған ғибәҙәт һәм доғалар менән генә мөмкин буласаҡ. Аллаһтың ризалығы Уға ысын йөрәктән ҡылынған доғалар менән генә ирешелер. Уның ризалығын табыуҙан һуң, мал-мөлкәттең һәм был донъяның тағы ниндәй әһәмиәте ҡалһын. Доға ризыҡтың киңәйеүенә, һаулыҡтың артыуына, ғүмерҙең бәрәкәтле булыуына сәбәпсе булыр.

   Доға ҡолдо Аллаһтың ғазабынан имен итер. Бер ҡудси хәҙистә "Миңә доға ҡылмағанға ғазап ҡылырмын", — тип әйтелә. Быны түбәндәгесә лә аңларға мөмкин: Аллаһтың рәхмәте һәм бәрәкәте доға ҡылған кешегә яҡын булыр.

    Доға ҡылыу ҡайһы бер бәлә-ҡазаларҙы булдырмай ҡалыр. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, әйткән:
ما على الأرض مسلم يدعو الله تعالى بدعوة إلا أتاه الله إياه أو
صرف عنه من السوء مثلها ما لم يدع  بإثم أو قطيعة رحم . فقال رجل إذاً نُكثِر . فقال الله أكثر ) .رواه الترمذي عن عبادة بن الصامت
“Ниндәй генә ерҙә булһын, мөьмин доға ҡылһа, Аллаһ Тәғәлә уға яуап ҡайтара йәки шуның бәрәбәренә бер насарлыҡтан ҡотҡара. Әгәр гонаһ ҡылырға һорамаһа йәки туғанлыҡ ептәрен өҙөргә һорамаһа.”

    Пәйғәмбәребеҙ (ғ.с.) хәҙисендә: “Доға ерҙән күккә аша, бәлә күктән ергә төшөрөлә; юлда бер-береһен юҡ итә”,- тигән. Аңлауыбыҙса, доға арҡаһында киләсәк бәлә-ҡаза килмәй. Доғам ҡабул булмай тигәндәргә был фәһем…    Күктә был доға менән бәлә көрәшә – ҡайһыһы көслөрәк, шул еңә. Киләсәк бәләнең тәьҫораты бының менән барыбер кәмей, еңелләшә. Бохари риүәйәтендәге бер хәҙистә: "Ата-әсәгә изгелек эшләү ғүмерҙе оҙайтыр, ялған — ризыҡты кәметер. Доға иһә бәлә-ҡазаларҙы булдырмай ҡалдырыр", тип әйтелә. Күберәк доға ҡылырға кәрәк, бәлки, шуның арҡаһында берәй бәлә килмәгән булыр.

/Илшат Хафизи. "Доға китабы."/


Комментариев нет:

Отправить комментарий