Австралия ғалимдары донъялағы иң бысраҡ утрауҙы
тапҡан. Был - Тымыҡ океандың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан Британияның Хендерсон
утрауы.
Тәбиғәтенә кеше ҡулы теймәгән утрау хатта ЮНЕСКО бөтә
донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.
Баҡһаң, уның ҡомлоҡтарында 18 тоннанан ашыу сүп-сар
ята икән - майҙан берәмеге тығыҙлығы буйынса донъялағы иң юғары күрһәткес был.
-Ҡомлоҡтарҙы бысратып ятыусы нәмәләрҙең күбеһе -
ғәҙәти көнкүреш ҡалдыҡтары. Уларҙы файҙаланған кешеләр ул әйберҙәрҙең ҡайҙа
барып юлығырын уйына ла алмайҙыр. Яр буйҙарындағы пластик күләме – утрауҙа булһынмы
ул, ҡитғаларҙамы - проблеманың ҡот осмалы икәлеген сағылдырып та бөтмәй,- ти
Тасмания университетынан Дженнифер Лаверс.
Тымыҡ океандың көньяҡ өлөшөндәге күп кенә ағымдар
Хендерсен утрауында осраша, шуға күрә көн һайын кеше йәшәмәгән был утрауға
диңгеҙ 3 мең ярым сүп-сар киҫәген сығарып ташлай - уларҙың күбеһе пластик.
Ғалимдар мәғлүмәттәре буйынса, сығарып бәрелгән был
көнкүреш ҡалдыҡтары донъяның ике тиҫтәнән ашыу иленән йөҙөп килгән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий