понедельник, 17 сентября 2012 г.

НАТО авиацияһының Афғанстандағы сираттағы “хатаһы”: 8 ҡатын үлтерелгән.



Тыныс халыҡты һәләк иткән НАТО авиацияһының сираттағы рейды Афғанстан халҡының асыуын ҡабартты. Йәкшәмбе көн иртән илдең көнсығышындағы Лагман провинцияһы Алингара ҡалаһы тирәһендәге авиаһөжүм нәтижәһендә 8 ҡатын һәләк булған, етәүһе яраланған.

“Америкаға- үлем, динһеҙҙәргә- үлем!-”тип һөрәнләне ҡала үҙәгенә йыйылған халыҡ.

“Һәләк булғандарҙың һәммәһе- ҡатындар, был аяуһыҙ американлылар рейдтары ваҡытында ҡатындарҙы ғына үлтерҙеләр, улар ҡоро- һарыны ҡоралдан айыра алмай,-ти бер афғанлы.-Улар утын йыйып йөрөгән, ә һеҙ, динһеҙ, рәхимһеҙ американлылар, ботаҡ менән ҡоралдың айырмаһын күрмәйһегеҙ.”

Көнбайыш коалиция вәкилдәре белдереүенсә, авиаһөжүмдең маҡсаты боевиктар булған.

Бынан алдараҡ билдәле булыуынса, Американың 4 хәрби хеҙмәткәре көньяҡтағы Забул провинцияһында үлтерелгән. Һөжүм милли именлек көстәре хеҙмәткәрҙәре ярҙамында эшләнгән, тип иҫәпләйҙәр. Һуңғы ваҡытта йыш ҡына сит ил һалдаттарын Афған хәрбиҙәре йәки полицейскийҙары атып китә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий