понедельник, 17 сентября 2012 г.

Ла- Платала үҫмерҙәр артынан күҙәтеү системаһын һынайҙар.


Аргентинаның Ла-Плата ҡалаһында үҫмерҙәр артынан видеокүҙәтеү үҙәге –төнгө ҡала тормошонда әүҙем ҡатнашҡан үҫмерҙәр артынан властар һәм ата- әсәләр күҙәтә алһын өсөн, ҡала арсеналындағы яңы ҡорал төҙөлгән.

Аргентиналылар Буэнос- Айреста 2004 йылда халыҡ менән лыҡа тулы төнгө клубта булған янғынды әле булһа иҫләйҙәр, ул саҡта 194 кешенең ғүмере киҫелгәйне.

Проектта властар менән бергә ата- әсәләр ҙә ҡатнаша, улар видеояҙмаларҙы ҡарай, клубтарға һәм барҙарға инә ала.

“Беҙҙең маҡсат- йәштәргә хәүефһеҙ рәүештә күңел асырға мөмкинлек биреү, тайпылыштарҙы булдырмау. Беҙ законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр һатылмауына, клубта халыҡтың кәрәгенән артыҡ йыйылмауына үҙ күҙҙәребеҙ менән ышанырға тейеш.”

Урындағы властарҙың әйтеүенсә, был сара йәштәр араһында спиртлы эсемлектәрҙең артыҡ күп эселеүе һәм тәртипһеҙлектәрҙең артыуы арҡаһында уҙғарыла.

“Кешенең шәхси тормошона үтеп инеү мине бер аҙ һағайта. Әгәр күҙәтеүҙәр даими алып барылһа, был бик үк яҡшы түгел,-”ти ҡайһы берәүҙәр.

Аргентинала төрлө икеле уйҙар тыуҙырған был проект 6 ай буйы һынау үтәсәк. Аҙаҡ инде властар был сараларҙы рәсми рәүештә индереү- индермәүҙе хәл итергә тейеш.

Комментариев нет:

Отправить комментарий