понедельник, 26 ноября 2012 г.

Бөйөк Британия: тәбиғәт ҡазаһы ғүмерҙәрҙе киҫә.



Бөйөк Британияла тәбиғәт ҡазаһы 3 кешенең ғүмерен киҫкән. Йәкшәмбе көн көньяҡ- көнбайыш Англияның Корнуолл графствоһында 20 йәшлек ҡыҙ ағас аҫтында ҡалып һәләк булған. Ике ир ауыр тән йәрәхәттәре алған һәм һуңыраҡ вафат булған.

Ҡушма короллектең көньяҡ- көнбайышында, бығаса күрелмәгән ҡойма ямғырҙар һәм ел арҡаһында, 500 йортто һыу баҫҡан, автотрассаларҙа һәм тимер юлында хәрәкәт туҡталған.

Синоптиктар көслө яуым- төшөм дауам итәсәге хаҡында хәбәр итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий