среда, 9 января 2013 г.

НАТО хәрбиҙәре Төркиәлә“Пэтриот”тарҙы урынлаштырасаҡ



Голландияла Төркиәгә Сүриә менән сиктәш райондарға “Пэтриот” зенит-ракета комплекстарын урынлаштырыу өсөн китергә йыйынған хәрбиҙәр менән хушлашалар. Алынған мәғлүмәттәр буйынса, төрөк хәрби базаларына Германия һәм Нидерландтарҙан 6 шундай ҡоролма оҙатыласаҡ. Шишәмбе Эйндховендан осорға тейешле отряд составында 20 немец һәм 30 голланд хәрби хеҙмәткәре бар.
”Сүриә властарының ил территорияһында СКАД ракеталарын ҡулланғанын беләбеҙ. Дәмәшктең ҙур радиуслы баллистик ракеталары бар икәнлеген дә беләбеҙ, беҙ һаҡлаясаҡ ҡалаға улар хәүеф тыуҙырыуы ихтимал. Шуға күрә беҙҙең миссия- төрөк ҡалаларын бындай хәүефтән һаҡлау”,-ти Нидерландтар армияһы полковнигы Эрик Абма.
Зенит-ракета комплекстарын Төркиәнең көньяҡ- көнсығышындағы Кахраманмараш һәм Адана ҡалалары янында урынлаштырырға иҫәп тоталар. Хәрби техника немецтарҙың Травемюнде портынан төрөктәрҙең Искәндәрүненә Данияның DFDS компанияһы судноһында оҙатылған. Тейешле урынға ул 21 ғинуарҙа барып етер, тип көтөлә. Системаны бер нисә йөҙ Германия һәм Нидерланд хәрбие, АҠШ белгестәре хеҙмәтләндерәсәк.
Ноябрь аҙағында Төркиә НАТО-ға Сүриә сигенә “Пэтриот” тибындағы ракеталар урынлаштырыуға рәсми запрос ебәргәйне. Дәмәшк быны “провокацион” аҙым тип атаны. Рәсәй менән Иран да Төркиәнең эшмәкәрлеген тәнҡитләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий