среда, 9 января 2013 г.

Европала эшһеҙлек кимәле арта.



Ноябрь аҙағына, “Евростат”хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, еврозоналағы эшһеҙлек 18 йыл эсендәге иң юғары кимәлгә- 11,8 процентҡа етте. 2011 йылдың ноябре менән сағыштырғанда ул 1,2 процентҡа артҡан. Евроберләшмә илдәрендә 26 миллион кеше эшһеҙ- был хеҙмәткә яраҡлы халыҡтың 10,7 процентын тәшкил итә.

Аналитиктар хәлдәрҙең шулай булаһын көткәйне: Европала иҡтисадтың түбәнәйеүе күҙәтелә һәм ул быйыл да дауам итәсәк.

“Финанс-иҡтисади көрсөк һәм рецессия арҡаһында, Европала эшһеҙлек һуңғы ике тиҫтә йыл эсендәге күрелмәгән кимәлгә етте, йәмғиәттәге социаль хәл дә насарая бара,-”тип аңлатты был һандарҙы Европаның социаль сәйәсәт буйынса комиссары Ласло Андор.

Комментариев нет:

Отправить комментарий