четверг, 7 марта 2013 г.

Бөйөк Британия Сүриә баш күтәреүселәренә ярҙам итәсәк.



Бөйөк Британия Сүриә баш күтәреүселәренә ярҙам итәсәк. Британия хөкүмәте бының өсөн бер нисә миллион евро сарыф итмәксе, әммә, Лондондың белдереүенсә, һүҙ һөжүм итеүгә тәғәйенләнгән ҡорал хаҡында бармай. Бөйөк Британия сит ил эштәре министры Уильям Хейг, Вәкилдәр палатаһы депутаттары алдында сығыш яһап, былай тине:

Сүриә Милли Коалицияһы менән бергәләп баш күтәреүселәргә ниндәй төр һаҡланыу саралары ярҙам итеүен, ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалыуын билдәләнек. Бөтә үҙгәрештәр хаҡында ла мин депутаттарға хәбәр итеп торасаҡмын. Әлегә шуныһы асыҡ билдәле: оппозиция отрядтарына, иркенерәк йөрөй алыу өсөн, бронемашиналар, үҙ-үҙеңде һаҡлау саралары, бронежилеттар биреләсәк.”

Эске конфликт сүриәлеләрҙе илдән күпләп ҡыҫырыҡлап сығарҙы. БМО мәғлүмәттәре буйынса, Сүриә ҡасаҡтарының һаны миллиондан ашҡан. Сүриәлеләрҙең күпселеге Иордания, Ливан,Төркиә, Ирак һәм Мысырға юллана. БМО вәкилдәренең раҫлауынса, бөтә Сүриә афәт хәлендә, халыҡ-ара гуманитар ойошмалар көс-хәл менән эшләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий