четверг, 7 марта 2013 г.

Германия Шенгенды бикле тоторға теләй.



Румыния һәм Болгария визаһыҙ Шенген зонаһына инергә теләй, улар үҙҙәрен быға лайыҡлы тип иҫәпләй. Был хаҡта Евроберләшмәгә 2007 йылда ингән илдәрҙең лидерҙары Брюсселдә министрҙар осрашыуы алдынан белдереү яһаны. Бухарест һәм Софияның быға ҡаршы тауыш бирергә йыйынған Берлин һәм Хельсинки ҡаршылығын һындырыуы икеле.

Румыния бының сәбәптәрен аныҡ аңлатыуҙы талап итә:

Беҙ, рәсми рәүештә сәбәптәрен күрһәтеп, аңлатма биреүҙе талап итәбеҙ,-ти Румыния сит ил эштәре министры Титус Корлэцян,-әммә ул сәйәси һүҙ ҡуйыртыуға түгел, Шенген килешеүенә нигеҙләнергә тейеш. Беҙ шуға өмөтләнәбеҙ һәм, проблеманың асылына төшөнөр өсөн, Брюсселдә дебаттар булыуын көтәбеҙ.”

Шул уҡ ваҡытта Германия позицияһын да аңларға була. Берлиндың раҫлауынса, Румыния һәм Болгария коррупция менән ныҡлап көрәшмәй. Әйтергә кәрәк, Софияның ойошҡан енәйәтселек менән көрәштә ҙур алға китеш яһауы ла билдәләп үтелде.

Болгарияның элекке сит ил эштәре министры Соломон Пасси уйы буйынса, проблемалар илдең, тәү сиратта хөкүмәттең репутацияһына бәйле. Өҫтәүенә әлеге мәлдә Болгарияла сәйәси көрсөк, шуға күрә ил образын яҡшыртыуға өмөт әлегә әҙ, тип иҫәпләй Пасси.

Шенген юлындағы кәртәләргә килгәндә, “Бухарест менән Софияның ришүәтселек менән көрәшергә теләмәүенән тыш,”Берлин социаль түләүҙәргә өмөтләнгән Көнсығыш Европа иҡтисади миграцияһының да һиҙелерлек артыуын билдәләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий