среда, 5 июня 2013 г.

Мәскәүҙә йәшерен фабриканан 200 легаль булмаған иммигрант һаҡ аҫтына алынған.


Мәскәүҙә полиция рейды ваҡытында элекке Черкизовский баҙары территорияһында 220 легаль булмаған иммигрант һаҡ аҫтына алынған. Бында, ер аҫты бункерында, тәүлек әйләнәһенә эш ҡайнаған йәшерен тегеү фабрикаһы табылған. Легаль булмаған иммигранттар, уларҙың 100-ҙән ашыуы вьетнамдар, араларында сығыштары менән Урта Азиянан булғандар ҙа бар, ошонда уҡ, ер аҫтында йәшәгән. Улар өсөн бында кинотеатр, ресторан, хатта казино ла ойошторолған. Һаҡ аҫтына алынғандарҙың барыһының да бармаҡ  эҙҙәре алынған, улар учетҡа ҡуйылған.


Мәскәүҙә легаль булмаған ер аҫты фабрикаһы тәүләй генә табылмай. Ике йыл элек Көнбайыш округтағы ташландыҡ бомбоубежищела эшләгән 100  cамаһы иммигрант ҡулға алынғайны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий