четверг, 6 июня 2013 г.

Пакистан: яңы премьер присяга ҡабул итте.


Пакистан премьеры булып һайланған Науаз Шәриф рәсми рәүештә үҙ вазифаһын үтәй башланы. Присяга ҡабул итеү тантанаһы Исламабадта үтте. Парламент һайлауҙарында фирҡәһе еңеү яулаған Науаз Шәриф өсөнсө тапҡыр инде кабинет башлығы булды.
Бынан алда парламентта сығыш яһап, Шәриф хөкүмәт алдында торған иң мөһим бурыстар хаҡында һөйләне. Төп көс энергетик көрсөк һәм коррупция менән көрәшкә, иҡтисадты тергеҙеүгә, яңы эш урындары булдырыуға йүнәлтеләсәк.
Тышҡы сәйәсәткә ҡағылып, Шәриф АҠШ менән мөнәсәбәттәргә лә, айырым алғанда, ҡәбиләләр зонаһында Американың пилотһыҙ осоу аппараттары осоуына ҡарашын белдерҙе. Яңы премьер Ҡушма Штаттарҙы бындай практиканы туҡтатырға саҡырҙы, сөнки был республика суверенитетын боҙа.
Американың пилотһыҙ аппараттары, разведка яһау маҡсатында һәм пакистан, афған боевиктарының отрядтары урынлашҡан ерҙәргә һөжүм итеү өсөн, даими рәүештә Афғанстан менән сиктәш булған Пакистан райондары өҫтөнән оса.


Комментариев нет:

Отправить комментарий