вторник, 17 сентября 2013 г.

БМО: Дамаск янындағы химик һөжүмдә зарин ҡулланылған.


21 августа Дамаск ситендә ҙур масштабта химик ҡорал ҡулланылған. БМО эксперттары был хәл булған урында алынған өлгөләрҙә зарин нервы-паралитик газ эҙҙәрен тапҡан.
“1988 йылда Халабияла Саддам Хөсәйен химик ҡорал ҡулланғаны бирле, был раҫланған иң етди факт булып тора һәм ул XXI быуаттағы иң ҙуры ла,”-тип белдерҙе Именлек советындағы брифингынан һуң БМО-ның генераль сәркәтибе Пан Ги Мун.
Уның һүҙҙәре буйынса, БМО инспекторҙары яҡын арала, Алеппо ситендә химик һөжүм булыу-булмауын тикшереү өсөн, Сүриәгә йәнә киләсәк. Ул Женевалағы Рәсәй һәм АҠШ араһындағы Сүриәләге химик ҡоралды юҡ итеү хаҡындағы килешеүҙе хупланы.


Комментариев нет:

Отправить комментарий