понедельник, 16 сентября 2013 г.

Дамаск: Женева килешеүе һуғыш башларға уйлаусыларҙы “аргументтарҙан мәхрүм итте.”


“Сүриә өсөн еңеү”- рәсми Дамаск көн элгәре Женева килешеүендә өлгәшелгәндәрҙе шулай баһаланы. Милли килешеү буйынса министр Али Хәйҙәр фекеренсә, Рәсәй-Америка планы, “Cүриәләге һуғышты башларға уйлаусыларҙы аргументтарҙан мәхрүм итеп,  ҡан ҡойоштан ҡотолоп ҡалырға мөмкинлек бирәсәк.”
Ғәрәп дәүләттәре лигаһы ла Мәскәү һәм Вашингтон килешеүен хупланы, инициативаның “Женева-2 тыныслыҡ конференцияһына әҙерлек алып барыу өсөн оптималь шарттар тыуҙырыуын” һыҙыҡ өҫтөнә алды.
“Конфликтты сәйәси юл менән хәл итеүгә бөтә яҡтар ҙа бар тырышлығын һалырға тейеш, көс ҡулланыу йәки хәрби интервенция уны сәйәси юл менән яйға һалыуға кәртә ҡуясаҡ. Бынан бөтә Яҡын Көнсығыш зыян күрәсәк,-”тип иҫәпләй Сүриә парламентының Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр комитеты етәксеһе.
“Рәсәй Америкаға Сүриә көрсөгөнә ҡағылышлы сетерекле хәлдән лайыҡлы сығырға ярҙам итте,”-тип иҫәпләй Дамаск кешеһе.
Дүшәмбе БМО белгестәре 21 августағы Дамаск янындағы химик һөжүм урынын тикшереү һөҙөмтәләрен иғлан итергә тейеш. Ағыулы матдәләрҙе кем ҡулланыуын атау белгестәрҙең вазифаһына инмәй.


Комментариев нет:

Отправить комментарий