четверг, 17 апреля 2014 г.

Борамда бикләнеп ҡалған пассажирҙар булыуы ла ихтимал.


Көньяҡ Корея властары һәм ҡотҡарыу хеҙмәттәре батҡан борамда бикләнеп ҡалған пассажирҙар булыуы ла ихтимал тип шикләнә- был турала урындағы киң мәғлүмәт саралары хәбәр итте.
Шаһиттар һөйләүенсә, күптәр, ҡотҡарыу жилеттары кейеп, борттан һикергән һәм һәләкәт урынына килеп еткән балыҡсыларҙың судноларына ҡарай йөҙгән.
Байтаҡ кеше һәләкәт алдынан ишетелгән көслө тауыш хаҡында һөйләй. Урындағы телеканалдарҙың береһе судно һыу аҫтындағы рифҡа бәрелгәндер, тип фараз итә.
“Һәләкәт башланғас, бортта ҡалырға кәрәклеге тураһында иғлан ишеттек. Тик борам батып бара ине инде. Уйлауымса, беҙҙең мәктәптең бөтә уҡыусылары ла ҡотола алмағандыр ул,”-тип һөйләй Ансон уҡыусыларының береһе.
Ҡотолоп ҡалған пассажирҙарҙы һәм экипаж ағзаларын Чеджудо утрауындағы махсус үҙәктә урынлаштыралар.
Пусан ҡалаһындағы Рәсәй консулы хәбәр итеүенсә, пассажирҙар исемлегендә Рәсәй Федерацияһы граждандары юҡ.




Комментариев нет:

Отправить комментарий