четверг, 17 апреля 2014 г.

Славянск тирәһендәге ҡасаба халҡы Украинаның тиҫтә ярым хәрби десант машинаһын үткәрмәне.


Славянскиҙан 30 саҡрымдарҙағы Ивановка һәм Пчёлкино ауылдары тирәһендә урындағы халыҡ Украина бронетехника колоннаһын- тиҫтә ярым хәрби десант машинаһын артабан үткәрмәне.
Бер нисә йөҙ кеше, уларҙы ҡамап, десанттың Краматорскиға табан юлын бүлде.
Һөйләшеүҙәр бер нисә сәғәт дауам итте, һалдаттарҙы үҙҙәре иғлан иткән Донецк Республикаһы яғына сығырға өгөтләнеләр.
Һөйләшеү һәүетемсә барҙы, ике яҡ та үҙен тыныс тотто.
Аҙаҡ, ҡоралдарҙың яһағын алып, десантҡа Днепропетровск яғына кире боролорға мөмкинлек бирҙеләр.
Украина оборона министрлығы илдең көнсығышындағы сепаратистарҙы баҫтырыу маҡсатында Донецк һәм Луганск өлкәһенә “терроризмға ҡаршы” операция үткәрергә ебәрелгән подразделениелар менән ошоға оҡшаш хәлдәрҙең булыуын раҫланы.
Беҙҙең Киев бюроһы башлығы Серджио Кантоне хәбәр итеүенсә,
“Украина армияһы подразделениеһы урындағы халыҡтың пассив ҡаршы тороуы менән туҡтатылды, округтағы башҡа төйәктәр Рәсәй яҡлы көстәр контроле аҫтында.”



Комментариев нет:

Отправить комментарий