среда, 14 мая 2014 г.

Италияның эске эштәр министрлығы башлығы легаль булмаған иммигранттарға, улар артабан Европаға юл тотһон өсөн, һыйыныу урыны бирергә уйлай.


17 кеше һәләк булған, 206-һы иҫән- көн элгәре Италияның яр буйы һағы һәм Mare nostrum  хәрби гуманитар миссияһының ике карабы алып барған ҡотҡарыу операцияһының һөҙөмтәһе шундай.
Дүшәмбелә Лампедуза утрауы яр буйҙарында иммигранттар тейәлгән карап һәләкәткә осрағайны. Улар Ливиянан юлға сыҡҡан һәм бортында, балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла индереп, 400 кеше булған.
Италия эске эштәр министры йәнә Брюсселгә мөрәжәғәт итте:
“Европа һәләк булыусыларҙы ҡотҡарырға ярҙам итмәй, исмаһам иҫән ҡалғандарҙы ҡараһын. Италия ерендә һыйыныу урыны табырға өмөтләнгәндәр ул ярҙамды аласаҡ һәм башҡа Европа илдәренә юл тоторға мөмкинлек аласаҡ- был бит уларҙың иң ҙур теләге. Италия сәйәси ҡасаҡтар төрмәһенә әүерелергә теләмәй!
Африка ҡитғаһына  яҡын торған Лампедуза- Сомали, ярлы Африка илдәре, шулай уҡ Сүриәнең легаль булмаған ҡасаҡтарының, морон төртөп, артабан юл тотоу нөктәһе.
Ярты йыл элек утрауҙың яр буйҙарында 500 самаһы легаль булмаған иммигрант һәләк булғайны. Был фажиғә арҡаһында, Италия хөкүмәте Mare nostrum хәрби гуманитар миссия төҙөргә мәжбүр булды, ә уны тәьмин итеүгә Рим көн һайын 300 мең евро сарыф итә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий