понедельник, 16 июня 2014 г.

Афған талиптары 11 һайлаусының бармағын ҡырҡҡан.


Афған талиптары, йәкшәмбеләге президент һайлауҙарында ҡатнашҡандары өсөн, 11 кешенең һуҡ бармағын ҡырҡҡан. Был көндө илдә 150 теракт эшләнгән һәм унда 50 кеше һәләк булған. Һайлауҙарҙы өҙөргә теләп, талиптар унда ҡатнашыусыларҙы язалау менән ҡурҡытҡан.

“Беҙ һайлауҙарға килдек һәм президентыбыҙҙы һайлау өсөн тауыш бирҙек,-ти зыян күреүселәрҙең береһе.-Ә аҙаҡ, ҡыҫҡаса ғына әйтһәк, беҙҙе тотоп алып, бармаҡтарыбыҙҙы киҫтеләр.”

“Был кешеләрҙең һайлауҙарҙан һуң ҡулдарында йыуылмай торған ҡара эҙҙәре ҡалған,-ти хәстәхана директоры.-Үткер бысаҡ менән уларҙың бармаҡтарын ҡырҡҡандар.”


Президент һайлауҙарының икенсе турында Афғанстандың сит ил эштәре министры Абдалла Абдалла һәм илдең элекке финанс министры Әшрәф Ғәни көрәште. Киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре буйынса, 12 миллион афған һайлаусыһының 7 миллион самаһы тауыш биреүҙә ҡатнашмаған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий