понедельник, 16 июня 2014 г.

“Газпром” “ Украина Нафтогаз”ын алдан түләү режимына күсерҙе.


“Украина Нафтогаз”ының миллиард 950 миллион доллар траншын күсереү ваҡыты үтте.“Газпром”дың рәсми вәкиле Сергей Куприянов матбуғат конференцияһында хәбәр итеүенсә, әлегәсә “ Украина Нафтогаз”ы “Газпром” иҫәбенә бер нәмә лә күсермәгән.

Европа ҡулланыусылары өсөн газ тулы күләмдә оҙатыла.


Рәсәй яғы газ өсөн йыйылған бурысты түләүҙе  Мәскәү ваҡыты менән   сәғәт 10-ға  ҡәҙәр көттө. Бынан алдағы Киевтағы газ буйынса һөйләшеүҙәр һөҙөмтә бирмәне. Ул Украина, Рәсәй, Еврокомиссия вәкилдәре ҡатнашлығында өс яҡлы форматта ял көндәрендә уҙғарылғайны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий