понедельник, 2 июня 2014 г.

АҠШ Афғанстанда 2016 йылға ҡәҙәр ҡаласаҡ.


Америка ғәскәрҙәренең Афғанстандан тулыһынса сығарылыу ваҡыты, моғайын, күсерелер. Элек һуңғы срок итеп 2014 йылдың аҙағы иғлан ителһә, хәҙер иһә Вашингтон үҙ хәрбиҙәрен  афған территорияһында 2016 йылға ҡәҙәр ҡалдырыу мөмкинлеге хаҡында һөйләй.

Президент Барак Обама АҠШ пландарының үҙгәреү ихтималлығы хаҡында белдерҙе. Был уның Кабулға алдан иғлан ителмәгән визитынан һуң булды.

Барак Обама, АҠШ президенты:

“Афғанстан именлек өлкәһендәге ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйһа, ә беҙҙең хөкүмәттәр был мәсьәләне тикшергәйне инде, беҙҙең ғәскәрҙәр бында ҡаласаҡ. Афған суверенитетын хөрмәт иткән  хәлдә ғәскәрҙәребеҙ үҙ миссияһын үтәй алһын өсөн, бындай килешеү кәрәк. Икенсе турға сыҡҡан ил президенты кандидаттары, үҙ вазифаларын үтәй башлағас та, килешеүгә ҡул ҡуясаҡтарын аңғартты.”


Афған лидерын һайлауҙың икенсе туры 14 июндә үтәсәк. Был пост өсөн элекке сит ил эштәре министры Абдулла Абдулла һәм элекке финанс министры Әшрәф Ғәни Әхмәтзай көрәшә.

 Әлеге Афғанстан президенты Хәмит Карзай үҙ илендә АҠШ ғәскәрҙәрен ҡалдырыуға ҡаршы. Был Вашингтон һәм Кабул араһындағы мөнәсәбәттәргә һалҡынлыҡ индерҙе. Уҙған аҙналағы Обаманың Афғанстанға визиты ваҡытында, Карзай Америка президенты менән осрашыуҙан баш тартты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий