понедельник, 18 августа 2014 г.

Либерия: карантин үҙәгенән Эбола биҙгәге менән ауырыусылар ҡасҡан.


Либерия баш ҡалаһы Монровияла йәкшәмбегә ҡарай төндә билдәһеҙ кешеләр Эбола биҙгәге менән ауырығандарҙың карантин үҙәгенә һөжүм иткән. Үҙәктән, кәм тигәндә, 17 кеше ҡасҡан. Уларҙың ҡайһы берҙәре ауырыу, ҡайһы берҙәренең организмында врачтар вирус тапҡан.

Үҙәк 75 мең кеше йәшәгән ярлы Вест-Пойнт районында урынлашҡан. Һөжүм итеүселәр һәм уларға ҡушылған урындағы халыҡ үҙәктән урын-ер әйберҙәрен, одеялдар һәм түшәктәрҙе, биҙгәк вирусы менән зарарланыуы мөмкин булған нәмәләрҙе алып сыҡҡан.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Вест-Пойнтта эпидемия таралыуынан ҡурҡа.

Көн элгәре бында йәшәүсе халыҡ Эбола биҙгәгенән үлеүе мөмкин булған мәйеттәр янына полиция һәм матәм хеҙмәткәрҙәрен үткәрмәгән.


Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, Либерияла хәлдәр киҫкен тора, Либерия халҡының вирус барлығына ышанмауы хәлде тағы ла ҡатмарландыра. Африка континентында Эбола биҙгәге ҡорбандары 1200-гә еткән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий