воскресенье, 17 августа 2014 г.

“Пешмерга” Европаның хәрби ярҙам хаҡындағы ҡарарын хуплай һәм Ираҡтың төньяғында хәрби операция башлай.


Курдтарҙың “пешмерга”һы Ирактың төньяғында ҙур һөжүм башлай, операцияның маҡсаты -Мосул янындағы илдәге иң ҙур дамбаны исламистарҙан тартып алыу. Америка авиацияһы һауанан курдтарға ярҙам итә. Пентагондан хәбәр итеүҙәренсә, йәкшәмбегә ҡарай төндә дамбы янындағы боевиктарҙың позицияларына тиҫтәгә яҡын авиаһөжүм яһалған. “Пешмерга” офицерҙары Европаның ҡайһы бер илдәренең курд формированиеларына хәрби ярҙамы хаҡындағы ҡарарын хуплай:

Башҡа конфликттар менән берҙән-бер айырмаһы шунда: террористар Ирак армияһы складтарынан заманса бик күп ҡоралды ҡулға төшөргән. Ул- Америка ҡоралы. Беҙҙең ҡорал иһә иҫке.”

Ҡорал менән бергә курдтар боеприпастар һәм совет ҡоралына запчастар ҙа һораны- Ирактың төньяғында Калашников автоматтары һәм ДШК пулеметтары хаттин ашҡан. Был талаптар Бельгия һәм Бөйөк Британия етәкселеген аптырашта ҡалдырҙы- Лондон һәм Брюссель “пешмерга”ға ярҙам итергә әҙер, әммә шул ҡәҙәр совет патрондары уларҙа юҡ.

Берлин иһә курдтарға ярҙам мәсьәләһен әлегә хәл итмәгән. Немецтарҙың тышҡы эштәр министрлығы башлығы Франк-Вальтер Штанмайер шәмбе Ираҡҡа килде. Ил властары менән һөйләшеүҙәрҙән тыш министр Эрбиль районындағы ҡасаҡтар лагерында ла булды.

ГФР хөкүмәте гуманитар ярҙам сифатында 24 миллион ашыу евро булде лә инде.



Комментариев нет:

Отправить комментарий