четверг, 6 ноября 2014 г.

Францияла атом электр станциялары өҫтөнән осҡан пилотһыҙ аппараттарҙың “пилот”тарын ҡулға алғандар.


Француз полицияһы илдең бер атом электр станцияһы янында пилотһыҙ аппаратты осорорға йыйынған өс кешене ҡулға алған. Үткән айҙа пилотһыҙ аппараттар француз атом электр станциялары өҫтөндә 15 тапҡыр күренгән.

Полицияла һаҡ аҫтына алынған кешеләрҙең кем булыуын әйтергә теләмәнеләр, аппараттарҙы осороуға уларҙың ҡыҫылышы булыу-булмауын улар әлегә әйтергә әҙер түгел.



Комментариев нет:

Отправить комментарий