четверг, 6 ноября 2014 г.

Еврозона иҡтисады прогнозы хөртәйә.


Иҡтисадтың һүлпән үҫеше, юғары эшһеҙлек кимәле һәм түбән инфляция Евроберләшмәлә ошо йыл аҙағына ҡәҙәр һаҡланасаҡ, киләһе йылда иһә саҡ ҡына яҡшырасаҡ. 2008 йылғы көрсөктән һуң, хужалыҡты тергеҙеү процесы 2016 йылда ғына тиҙлекте арттырасаҡ- Еврокомиссияның көҙгө прогнозы шундай.

Яҙғыһы менән сағыштырғанда, еврозоналағы реаль ВВП үҫешен баһалауҙы ул 1,2-нән 0,8 процентҡа ҡәҙәр түбәнәйтте, Германия һәм Франция күрһәткестәре байтаҡҡа түбәнәйгән.

2015 йылға ҡарата оптимизм унан да кәмерәк: 1,7 % үҫеш урынына 1 проценттан саҡ ҡына күберәк.

Еврозонаның ике төп локомативы үҫеше көткәндән тағы ла кәмерәк.
Иҡтисад һәм финанстың яңы еврокомиссары Пьер Московиси бындай тенденциялар йыл аҙағында әҙерләнәсәк инвестициялар планы күләмен 300 миллиард евроға яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк, тип өмөтләнә.

Еврозонала һәм, ғөмүмән, бөтә Европала тотороҡлолоҡ булдырылғандан һуң, хәҙер беҙҙең төп проблема- иҡтисадҡа тиҙләнеш биреү, үҫеш механизмдарын яйға һалыу һәм эш урындарын булдырыу,-ти Московиси.-Бындай хәлдә төп фактор- инвестициялар.”

Бөйөк Британияның 2015 йылға ВВП үҫеше прогнозы 2,5-тән 2,7 проценҡа ҡәҙәр яҡшырған. ЕС-тың дөйөм ҡаҙнаһына күберәк өлөш индереүҙе унан нығыраҡ талап итәсәктәр. Кониненталь Европа менән ярышта Берләшкән Короллек, Ҡушма Штаттар һымаҡ, алға китәсәк.

Евроньюс хәбәрсеһе Эфи Кутсокоста Брюсселдән һөйләй:


Хәҙер Еврозона илдәренең береһенә лә коллапс янамаһа ла, прогноздарҙың насарайыуы яңы рецессия һәм дефляция көрсөгөнөң яңы урамаһы тыуыуы буйынса хәүефтәрҙе көсәйтә.”



Комментариев нет:

Отправить комментарий