четверг, 15 января 2015 г.

Әл-Әзһәр дин белгестәре “Шарли Эбдо”ға иғтибар итмәҫкә саҡыра.


    Сөнниҙәрҙең дин белгестәре тышлығында Мөхәммәт (сғс) пәйғәмбәр төшөрөлгән “Шарли Эбдо” баҫмаһына бөтөнләй иғтибар итмәҫкә саҡыра.
    Ҡаһирәнең ислам донъяһындағы иң хөрмәтле Әл-Әзһәр университеты профессорҙары француз журналистарының ҡарарын хупламай:

    -Кешеләрҙең хистәрен аяҡ аҫтына һалып тапарға ярамай- ислам беҙҙе шуға өйрәтә. Беҙ бөтә мосолмандарҙы был эшкә әһәмиәт бирмәҫкә, иғтибар итмәҫкә саҡырабыҙ; көс ҡулланыуҙарҙан, ваҡиғаларҙың уғата хөртәйеп китеүенән, шаулы реакцияһынан һаҡланыу өсөн, был турала һөйләп тороу ҙа кәрәкмәй,-ти университет проректоры Аббас Шоман.

    -Сөнниҙәрҙә пәйғәмбәр (сғс) һәм башҡа изгеләрҙең һүрәтен төшөрөү- ярамаған эш, сөнки һүрәттәргә табыныу- харам.

    Ҡаһирәләге хәбәрсебеҙ Мөхәммәт Шәйехибраһим хәбәр итә:
    -Шарли Эбдо” йәнә карикатура баҫтырып сығарғандан һуң, был баҫмаға теләктәшлек белдереүсе мосолмандар бик ныҡ кәмене. Шул уҡ ваҡытта дини лидерҙар сабырлыҡҡа, түҙем булырға саҡыра.

Комментариев нет:

Отправить комментарий