пятница, 16 января 2015 г.

Төркиә премьер-министры үҙенең Израиль коллегаһын Париж террористары менән сағыштырҙы.


Төркиә премьер-министры Әхмәт Дауыт улы кесаҙна көн Брюсселгә осор алдынан үткәрелгән Анкаралағы матбуғат конференцияһында Израиль коллегаһы Биньямин Нетаньяхуны Парижда теракт үткәргән террористар менән сағыштырҙы. Айырым алғанда, ул былай тине:

Газа пляжында уйнап йөрөгән балаларҙы үлтергән Израиль хөкүмәте, тәүге нәүбәттә уның башлығы Нетаньяху, меңдәрсә йортто юҡ итте, шулай кәрәк булған һымаҡ, фәләстиндарҙы үлтереү өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе файҙалана. Бынан тыш халыҡ-ара һыуҙарҙа карапта гуманитар миссия менән китеп барған беҙҙең граждандарҙы үлтереүселәр Париж террористары һымаҡ уҡ кешелеккә ҡаршы енәйәт эшләне.”

Төркиә хөкүмәте һүҙҙәре буйынса, “репрессияларға, аяуһыҙлыҡҡа барыусылар Париждағы террористар һымаҡ уҡ ғәйепле.”

Бынан алда Төркиә президенты Тайип Эрдоган да, шуны күҙ уңында тотоп, Нетаньяхуның Парижда терроризмға ҡаршы йәкшәмбеләге “республика маршында” ҡатнашыуын тәнҡитләп сыҡҡайны.


Комментариев нет:

Отправить комментарий