вторник, 2 июня 2015 г.

Канаданың тәмәке компаниялары тәмәке тартыусыларға 11 миллиард евро түләйәсәк.


Канаданың тәмәке компаниялары тартыусыларға компенсация рәүешендә 11 миллиард түләргә тейеш буласаҡ. Кешеләргә һалынған зыянды, тартыусылар тәмәкенең зыяны хаҡында беҙҙе киҫәтмәнеләр тип бара, суд шундай суммаға баһалаған.

Дәғүәне Квебекта 1998 йылда уҡ белдергәндәр, әммә уның буйынса ҡарар әле генә ҡабул ителгән.

Процесс оҙаҡҡа һуҙылды, тик беҙ маҡсатыбыҙға ирештек,-ти Квебектағы тартыуға ҡаршы көрәш ойошмаһы етәксеһе.-Зыян күргәндәр өсөн ҙур еңеү был, тәмәке компаниялары өҫтөнән ҙур еңеү.”

Өс йыл элек һәләк булған дәғүә белдереүселәрҙең береһенең ҡатыны суд ҡарарын хуплап ҡаршы алды:

Сигареттың нимә икәнлеге хаҡында уйлап ҡарағыҙ әле. Ул һеҙҙе емерә, һаулығығыҙҙы тулыһынса ҡаҡшата.”

Тәмәке етештереүселәр ғәйепләүҙәр менән риза түгел. Улар раҫлауынса, Канадала 1950 йылдарҙа уҡ тәмәке ҡаптары тышында уның зыяны тураһында киҫәтеүҙәр булған. Тәмәке компаниялары апелляция биргән дә инде.


Комментариев нет:

Отправить комментарий