понедельник, 1 июня 2015 г.

АҠШ: “Патриотизм акты” үҙ көсөн юғалтты, Милли именлек агенствоһы, “АҠШ азатлығы хаҡындағы акт” ҡабул ителгәнгә ҡәҙәр, граждандар артынан күҙәтеү буйынса бер нисә программаны туҡтатып торҙо.


АҠШ-та махсус хеҙмәттәргә Америка граждандарының һөйләшкәнен тыңлау, улар артынан электрон күҙәтеү алып барыу һәм мәғлүмәт тупларға рөхсәт биреүсе федераль закон срогы сыҡты.“Патриотизм акты” атамаһы аҫтындағы был закон 11 сентябрҙәге теракттарҙан һуң ҡабул ителгәйне.

Йәкшәмбе кис сенаторҙар махсус рәүештә яңы закон проекты өсөн тауыш бирергә йыйылды, әммә улар быны эшләй алманы, сөнки Кентукки штаты сенаторы Рэнд Пол оҙайлы телмәре менән был законға ҡаршы сыҡты. Ул былай тип белдерҙе:

Беҙ үҙ азатлығыбыҙҙан еңел генә баш тартабыҙмы? Беҙ ғәмһеҙ рәүештә: алығыҙ уларҙы, тип әйтәбеҙме? Артабан мин быға юл ҡуйырға теләмәйем. Америка халҡы ла быға түҙеп тормаҫ.”

Патриотизм акты” үҙ көсөн юғалтҡас, АҠШ-тың Милли именлек агенствоһы үҙенең ҡайһы бер мәғлүмәт йыйыу программаларын туҡтатып торорға мәжбүр булды. Аҡ йорт сенаторҙарҙы Вәкилдәр палатаһы тарафынан раҫланған, махсус хеҙмәттәрҙең эшен бер аҙ ҡатмарландырыусы, тик шулай ҙа халыҡ артынан күҙәтергә мөмкинлек биреүсе яңы законды- “АҠШ азатлығы хаҡындағы актты яҡларға саҡырҙы. Тауыш биреү шишәмбелә үк буласаҡ.



Комментариев нет:

Отправить комментарий