среда, 10 июня 2015 г.

Гректар кредиторҙарға ҡаршы: башҡаса экономияларға урын юҡ.


Гректар тәүәккәл рәүештә халыҡ-ара кредиторҙар талаптарына буйһонорға, ҡаты экономия саралары һәм структура реформалары арҡаһында йәнә билбауҙарын ҡыҫып бәйләргә теләмәй.

Грек иҡтисадсыһы Наполеон Маравегиас шуны хәтергә төшөрә:

Көрсөк осоронда уртаса грек ғаиләһе килеменең 40 процентын, ҡайһы берәүҙәр хатта күберәк тә юғалтты, шуға күрә Греция хөкүмәте лә, сәйәси фирҡәләр ҙә, мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн, өҫтәмә рәүештә ҡаты экономия саралары кәрәк, тип халыҡты ышандыра алмай.”

Кредит хужаларының талаптары, айырым алғанда, электр энергияһы өсөн НДС-ты 13 проценттан 23 процентҡа ҡәҙәр күтәреү былай ҙа ҡыҫылып йәшәргә мәжбүр булған гректарҙы ҡыуандырмай. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре унһыҙ ҙа кәрәсин лампаһына күскән.

Электр энергияһына 23 % НДС үҙенән-үҙе башҡа тауарҙарға ла хаҡты күтәреп ебәрәсәк. Әлеге ауыр заманда бындай сәйәсәт бөтөнләй мөмкин булмаған нәмә,”-ти Афинала йәшәүсе ир.

Кредиторҙарҙың пенсия системаһына реформа үткәрергә талап итеүенә лә Греция ҡаршы, сөнки оло йәштәгеләрҙең һаны арта, ә йәштәр араһындағы эшһеҙлек 2008 йылғы көрсөктән бирле кәмемәй.

Пенсияны кәметеүҙән мин ныҡ зыян күрҙем. Етеп тотор, инде беҙҙең алыр бер нәмәбеҙ ҙә юҡ,”-ти хаҡлы ялдағы ҡатын.

Греция пенсионерҙарының 45 проценты саҡ осон-осҡа ялғап йәшәй. Ә пенсия түләүҙәре илдәге бюджет сығымдарының бик ҙур өлөшөн тәшкил итә.

Премьер-министр Ципрас һәм уның һул радикаль “Сириза” фирҡәһе Грецияның гуманитар көрсөк хәлендә булыуын белдереп, кредит хужалары талаптарына буйһоноуҙан баш тарта. Улар раҫлауынса, яңы өҫтәмә экономия саралары һөҙөмтәһеҙ буласаҡ, упҡынға тәгәрәп барған ил иҡтисадына өҫтәмә рәүештә ауырлыҡ ҡына һаласаҡ,”-тип һөйләй Афинанан “Евроньюс” хәбәрсеһе Стаматис Янисис.


Комментариев нет:

Отправить комментарий