среда, 10 июня 2015 г.

Африкала ирекле сауҙа зонаһы төҙөлә.


Африканың 26 ил башлығы шаршамбы көн ирекле сауҙа зонаһы төҙөү хаҡындағы килешеү төҙөргә ниәтләй. Көн элгәре Мысырҙың Шарм-әл-Шәйх ҡалаһында Көнсығыш һәм Көньяҡ Африканың иҡтисади берләшмәһе, Көньяҡ Африканы үҫтереү берләшмәһе һәм Көнсығыш Африка кеүек ҡитғаның иң ҙур иҡтисади берләшмәләренә ингән ошо илдәрҙең иҡтисад һәм сауҙа министрҙары саммитҡа йыйылды. Ҡитғаның яртыһынан ашыу халҡы бында йәшәй, улар бөтә Африканың 60 % эске тулайым продуктын тәьмин итә.

Африка тарихындағы уғата мөһим мәл тураһында һүҙ бара, сөнки бында ирекле сауҙа зонаһы төҙөләсәк, ярты Африканы үҙ эсенә алған берҙәм иҡтисади зона барлыҡҡа киләсәк.

Килешеү төҙөлгәндән һуң, уны тормошҡа ашырыу буйынса мөһим эштәр башланасаҡ.

Euronews хәбәрсеһе Шарм-әл-Шәйхтан һөйләй:

Африка илдәре араһында иҡтисади интеграция булдырыу күп һанлы ауырлыҡтарҙы еңеүҙе талап итәсәк, инфраструктуранан башлап, транспорт, телекоммуникациялар һәм энергетика өлкәләрен яйға һалырға тура киләсәк. ”





Комментариев нет:

Отправить комментарий