среда, 5 августа 2015 г.

АҠШ-тың көнбайышы: янғындар яңынан-яңы территорияларҙы яулай.


АҠШ-тың көнбайышында янғын һүндереүселәр аҙна буйы көслө янғындарҙы ауыҙлыҡлай алмай. Ут ялмаған территориялар арта бара. Ошоғаса хәүефле хәбәрҙәр Калифорниянан ғына килһә, хәҙер ут төньяҡ территорияларға ла үрмәләй башланы.

Вашингтон штатының Рузвельт ҡалаһында ут бер нисә йортто юҡ иткән, 300 кеше эвакуацияланырға мәжбүр булған.

Калифорнияның төньяғында хәлдәр бик ҡатмарлы. Янғын һүндереүселәр эш шарттарының ауырлығына зарлана- ҡайһы саҡ янғын шартлау тиҙлеге менән тарала. Штаттың өс округында 26 мең гектар майҙан ут эсендә. Утты көслө ел 20 һанлы тиҙ йөрөшлө автомобиль юлы аша алып сыҡҡан хатта һәм янғын яңы районға таралған. Хәҙерге заман Калифорния тарихында һис ҡасан янмаған урмандар ҙа ут эсендә.



Комментариев нет:

Отправить комментарий