суббота, 26 декабря 2015 г.

”Май майҙаны өләсәйҙәре” 120-се баланы тапҡан.


Май майҙаны өләсәйҙәре” 120-се баланы тапты- Аргентинаның диктатура ваҡытында урланған балаларҙы эҙләү хәрәкәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе йәнә ейәнсәрен ҡосағына алды. 91 йәшлек Мариа Исабель де Мариани 39 йыл элек өс кенә йәштә урланған Клараһы менән осрашты. Медиктар Раштыуа алдынан уларҙың туғанлығын раҫланы.

Клараның ата-әсәһе диктатура менән көрәшкән йәшерен ойошмала тора. Ҡыҙҙың ата-әсәһен махсус хеҙмәт вәкилдәре үлтерә, ә уның үҙен урлап, режим яҡлы ғаиләгә бирәләр- бындай хәлдәр ул саҡ йыш була.

Май майҙаны өләсәйҙәре” тап шундай балаларҙы эҙләй. Был ойошма 1977 йылда, диктатура ваҡытында уҡ барлыҡҡа килә. Аҡ яулыҡ уларҙың символына әүерелә.

1992 йылда, фиҙакәр эшмәкәрлектәре өсөн, уларға Сахаров премияһы бирелә.

Аргентинала хәрби хунта идаралыҡ иткәндә, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 18-30 мең кеше хәбәрһеҙ юғала.

Комментариев нет:

Отправить комментарий