суббота, 26 декабря 2015 г.

Бүленгән Кипр башлыҡтары бер-береһенең телендә һөйләшә башланы.


Греция Кипры президенты Никос Анастасидис һәм утрауҙың төрөк өлөшө лидеры Мостафа Аҡынджи Раштыуа һәм Яңы йыл айҡанлы беренсе тапҡыр халыҡҡа бергәләп мөрәжәғәт итте.

Сәйәсмәндәр тәүҙә үҙ телендә һөйләне, аҙаҡ күршеһенең телендә Кипр халҡына тыныслыҡ теләне.

-Яңы йылдың ныҡлы тыныслыҡ, бөтә Кипр халҡына именлек, яҡшы тормош алып килеүен теләйем”,-тине грек телендә Мостафа Аҡынджи.

-Яңы йылда Кипр гректарына ла, Кипр төрөктәренә лә берҙәм илебеҙҙә именлектә килешеп йәшәргә яҙһын,-тине төрөксә Никос Анастасидис.

Бындай теләктәр һөйләшеүҙәрҙең уңышына һәм Кипр мәсьәләһен хәл итеүгә өмөт бирә- һөйләшеүҙәр Яңы йыл каникулдары тамамланғас та башланырға тейеш.

Икегә айырылған утрауҙы 2004 йылда БМО генераль сәркәтибе Кофи Аннан берләштерергә тырышып ҡараны- ул Кипрҙа ике общиналы, ике зоналы дәүләт төҙөргә тәҡдим иткәйне. Референдумда уның идеяһынан баш тарттылар. Яңы тауыш биреү киләһе йылдың тәүге айҙарында уҡ булыуы ихтимал.






Комментариев нет:

Отправить комментарий